-Күп балалы ғаиләгә әүерелгән ата-әсәне көтөп алған ғәзиз улдары тыуыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бәләкәс имен-һау үҫеп, үҙҙәренә иш булһын! – тине ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева ишле ғаиләне ҡотлап.
Айгөл Әҡсән ҡыҙы бәпестең ата-әсәһенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫләлекле бүләк—фотоальбом һәм сабый өсөн йыйылма тапшырҙы.
Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы бөтә эшмәкәрлеген Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография“ милли проектына (национальный проект “Демография“) ярашлы алып бара. Республика етәкселеге лә төбәктә демографик хәл тотороҡло булһын өсөн айырыуса социаль өлкә үҫешенә ныҡ иғтибар бүлә. Балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Айгөл Бохарбаева 2024 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары менән дә таныштырҙы.
2024 йылдың 1 ғинуарынан алып 30 июнгә ҡәҙәр Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә граждандар хәле тураһында 1081 акт теркәлгән. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 64-кә күберәк. Шуларҙың 310-ы бала тыуыу, 144 –те никахҡа инеү тураһында яҙма. ЗАГС бүлеге начальнигы яҙыуҙарға һуңғы осорҙа индерелгән өҫтәмә мәғлүмәттәр хаҡында ла әйтеп үтте. 50,60,65,70,75 йыл бергә йәшәгән юбиляр парҙарҙы тәбрикләү матур йолаға әүерелгән.
-Күптәр ЗАГС бүлеген никах теркәү урыны, тормоштағы иң сағыу мәлдәрҙең яҙмаһы һаҡланған урын тип уйлай. Ысынлап та, бында йәш ғаиләләр бер-береһенә тоғролоҡҡа ант итә, балдаҡтар кейҙерешә.
Граждандар хәле акттарын теркәү бүлегендә кешенең барлыҡ тормошо хаҡында яҙмалар һаҡлана: иң башта тыуыуы, никахҡа инеүе яҙылһа, ғүмеренең ахыры -үлем дә тап ошонда теркәлә. Яҙыуҙарҙың барыһы ла архивта һаҡлана. Беҙҙең Сибай ЗАГС-ында былтыр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ярҙамында “Атайсал” пректы сиктәрендә шул тиклем шәп ремонт яһалды. Яҡташыбыҙ бүлгән аҡсаға ЗАГС-ҡа ингән урын, зал, йыһаз яңыртылды. Заманса төҫ алған бинаға инге килеп кенә тора хәҙер,--ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альбина Ярмуллина.