Сибай ҡалаһы Ленин урамының 42-се, 44-се, 46-сы, 48-се, ошо йорттарға йәнәш урынлашҡан Чайковский урамының 2-се күп ҡатлы йорттары биләмәһе “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелә. Контракт күләме дөйөм алғанда 23404360 һум тәшкил итә.
-Эшкә йәй башында уҡ тотондоҡ. Июндә эшселәр иҫке бордюр таштарын, асфальт япмаһын ырғытып, ҡыйлыҡҡа алып сығыу түгеү менән булышты. Квартал биләмәһенә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйҙыҡ, элекке балалар майҙансығын һүттек,--тип эш барышы менән таныштырҙы төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры Илдар Байтимеров.-Июль айында яңы майҙансыҡҡа нигеҙ һалырға тейеш инек тә, туҡтамай яуған ямғырҙар ҡамасауланы. Көндәр ҡороғас та эште дауам итәсәкбеҙ.
Төҙөүселәр ихатаға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйырға, бордюр таштарын, асфальтты яңыртырға, балалар майҙансығын ҡорорға, биләмәне йәшелләндерергә иҫәп тота.
-Ихатабыҙҙың күркәмләнеүен күптән көттөк. Эштең башы бар, аҙағы булыр. Иң мөһиме иркен итеп автомобиль ҡуйыу урыны яһарға итәләр. Шуныһы иң кәрәге,--тине Чайковски урамының 2-се йортонда йәшәүсе Гөлдәр Үлйәбаева.
Сибай ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илдар Вәлиуллин белдереүенсә,
ҡала хакимиәте был йорттарҙа йәшәгән халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып, кәңәшләшеп, проектты тормошҡа ашыра. Был программала ҡатнашыуға ғаризалар бик күп булған, шуға күрә тәү сиратта халыҡ тығыҙ йәшәгән ихата биләмәләрен һайлағандар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк менән етәкселек итә башлағас та, йәмәғәт биләмәләрен, ихаталарҙы, күп ҡатлы йорттар подъездарын ремонтлауға иғтибар йүнәлтте. Уның башланғысы менән урында “Башҡорт ихаталары” республика программаһы, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проекты, күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
-2019 йылда республика етәксеһе башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Башҡорт ихаталары” программаһы ил буйынса үҙенсәлекле проект тип табылды. Ул асфальт түшәү һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын ҡуйыу кеүек эштәрҙән алып, төҙөкләндереү буйынса бөтә талаптарҙы үҙ эсенә ала,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов.-Сибайҙа был программа сиктәрендә 5 йыл эсендә бик күп ихаталар яңы төҫ алды. Спорт, балалар майҙансыҡтарынан кеше өҙөлмәй. Ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, тротуарҙар, автомобилдәр ҡуйыу урындары киңәйтелде. Ихаталар хәҙер шул тиклем күркәм, ҡатын-ҡыҙҙар рәхәтләнеп сәскә үҫтерә. Бөтәһе өсөн дә етәкселеккә ҙур рәхмәт!
Гөлдәр Ҡадаева.
Фото һәм мәғлүмәт "Сибайский рабочий" гәзите төркөмөнән алынды.