АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
17 Июль , 14:35

Йәй игеҙҙәргә бай мәл

Июль айы башында ғына Сибайҙа быйылғы тәүге игеҙәктәр тыуыуын хәбәр иткәйнек. Ул мәлдән күп тә ваҡыт үтмәне ҡалаһының ЗАГС бүлегендә “Бала тыуыу” суперсервисы сиктәрендә тағы игеҙәк ҡыҙҙар тыуыуы хаҡында акт теркәлде. Динар һәм Илсиә Әлибаевтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп Зәлиә һәм Зилиә исемле ҡыҙҙары донъяға килгән.

Йәй игеҙҙәргә бай мәл
Йәй игеҙҙәргә бай мәл

Бәләкәстәр 6 йәшлек шәүрә һәм 4 йәшлек Ильяс ағайҙарына иш булған.

-Беренсе узи тикшереүендә үк табиптар игеҙәктәр буласағын әйтте, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты күп балалы әсәгә әүерелгән Илсиә Мөҙәрис ҡыҙы. –Икенсе тикшеренеүҙә ҡыҙҙар буласағын белдек. Игеҙәктәр тыуасағы беҙҙе аптыратманы, сөнки ике яҡтан да өләсәйҙәр яғынан тоҡомда игеҙәктәр бар.

-Әлибаевтар ғаиләһен сабыйҙары тыуыу айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Икеләтә ҡыуаныстары ғүмер буйы оҙатып барһын. Ҡыҙҙар тик һөйөнөстәре менән ҡыуандырһын! Имен-һау үҫһендәр! – ти ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.

Бәхетле Әлибаевтар ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән “Беҙҙең сабыға” иҫтәлекле бүләге һәм фотоальбом тапшырылды.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә тағын ике ҙур милли проект эшләй башлаясаҡ

Был хаҡта ил хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин белдергән. Милли проекттар «Йәштәр һәм балалар» һәм «Ғаилә» йүнәлешендә.

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә 5 федераль проектты тормошҡа ашырыу ҡаралған. Улар бала тыуғандан алып үҫкәнгә тиклем ғаиләләргә эҙмә-эҙлекле ярҙам күрһәтеүҙе, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүлеүҙе күҙ уңында тота.

Ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә 2026 йылдан алып йыллыҡ ғаилә түләме индереү, вуздарҙа әсә һәм бала бүлмәләре, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ваҡытлыса тотоу урындары асыу, күпләп балалар баҡсалары төҙөү, ғаиләләр өсөн ял һәм ижади үҫеш урындары булдырыу, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу, оло йәштәгеләр өсөн социаль һәм медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу кеүек йүнәлештәрҙә эш алып барыласаҡ.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 9 федераль проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Рәсәй төбәктәрендә 12 алдынғы флагман мәктәп булдырыу, профориентация эшен көсәйтеү, донъя кимәлендәге вуз-ара кампустар төҙөү (12 йыл эсендә уларҙың һаны 40-ҡа етергә тейеш) һәм башҡа шундай йүнәлештәрҙе үҫтереү ҡаралған.

Йәй игеҙҙәргә бай мәл
Йәй игеҙҙәргә бай мәл
Автор:Гульдар Кадаева