Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
27 Июнь , 12:30

Өс уллы булды Китиковтар!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Динислам һәм Регина Китиковтарҙың 3-сө улдары тыуған. Таһир исемле малайҙарын ата-әсәһе «Бала тыуыуы» суперсервисы сиктәрендә теркәй һәм Сибай ҡалаһы ЗАГС-ында сабый йылдың 300-сө сабыйы булып яҙыла. Китиковтарҙың өлкән улы Искәндәргә 13 йәш. Ул “Ҡара аждаһа” клубында тай боксы менән шөғөлләнә. Уртансылары Надирға 5 йәш кенә булһа ла Балалар музыка мәктәбенә йөрөй, йырларға, бейергә, ҡурайҙа уйнарға ярата.

Өс уллы булды Китиковтар!
Өс уллы булды Китиковтар!

 

Китиковтар Искәндәргә исемде өләйсәйҙәре менән һайлаһа, Надирға исемде әсәһе ҡуша. Бәләкәскә Таһир исемен атаһы бирә.

Бәләкәстең ай үҫәһен көн үҫеп, ағайҙарына иш, ата-әсәһенә терәк-таяныс булып китеүен теләйбеҙ!

Сабыйҙары тыуыу уңайынан ғаиләгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк һәм фото альбом тапшырылды.

Өс уллы булды Китиковтар!
Өс уллы булды Китиковтар!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: