АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
8 Декабрь 2023, 11:10

Дүрт малайлы булғандар!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә игеҙәк тыуыу тураһында акт теркәлде. Фиғәт Фуат улы Байегетов менән Ләйсән Вәкил ҡыҙы Байсуринаның Риназ һәм Раян исемле игеҙ улдары тыуған.

Дүрт малайлы булғандар!
Дүрт малайлы булғандар!

 

-Беренсе УЗИ-ла уҡ табиптар беҙгә бәпестәрҙең икәү булырын әйтте. Икенсе тикшеренеүҙә инде малайҙар буласағын белдек. Аллаға шөкөр, хәҙер минең донъям шау ир-егеттәрҙән тора! Яңы тыуған сабыйҙарға исемде береһенә ирем, икенсеһенә мин ҡуштым,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты бәхетле әсә.

Игеҙәктәр 6 йәшлек Рәмис, 5 йәшлек Рәзиф ағайҙарына иш булып тыуған.

Күп балалы ғаиләгә именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм сабыйҙарының имен-һау үҫеп китеүен теләйбеҙ!

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ишле ғаилә башлығына Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡорлтай депутаты Денис Назаров исеменән “Беҙҙең сабыйға” иҫтәлекле йыйылма һә фотоальбом тапшырҙы.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге бөтә эшмәкәрлеген "Демография" милли проектына ярашлы алып бара. 

Дүрт малайлы булғандар!
Дүрт малайлы булғандар!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: