АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
17 Октябрь 2023, 22:15

Алина - йылдың 500-сө сабыйы

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 500-сө сабый тыуыу тураһында акт теркәлде. Был түңәрәк һан аҫтында тыуыу тураһында таныҡлыҡ алған сабыйҙың исеме Алина. Бәпес Фаил Таһир улы менән Олеся Александровнаның икенсе балалары. Өлкән ҡыҙҙары Эмилия 2021 йылдың 6 октябрендә донъяға килгән.

Алина - йылдың 500-сө сабыйы
Алина - йылдың 500-сө сабыйы

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре Әхмәтшиндарҙы сабыйҙары тыуыу менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән фотоальбом һәм “Беҙҙең сабыйға” бүләк йыйылмаһы тапшырҙы.

Автор:Гульдар Кадаева