АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
16 Июнь 2023, 16:35

Һандарҙа -- тормош һулышы

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге ағымдағы йылдың беренсе кварталына йомғаҡ яһаны. Һандарҙа ҡала тормошо, граждандарҙың хәле асыҡ сағыла.

Һандарҙа -- тормош һулышы
Һандарҙа -- тормош һулышы

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ағымдағы йылдың 5 айында граждандар хәле тураһында 822 акт теркәлгән. Шуларҙың 253-сө тыуыу тарыһанда акт. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 24-кә аҙ. Ғинуарҙан май аҙағына ҡәҙәр 109 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Был һан да былтығынан 7-әүгә ҡалыша. Бүлек начальнигы башҡа статистик һандарға ла ентекле туҡталды.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проектына ярашлы быйыл бергә йәшәүҙәренә 50,60,70 һәм 75 йыл тулған ғаилә парҙарынан ғаризалар ҡабул ителеү дауам итеүен иҫкәртә. Улар үҙҙәре йә булмаһа яҡындары ЗАГС бүлегенең 8-34775-5-93-57 телефон һанына шылтыратып мәғлүмәт ала ала. Ғаризалар шишәмбенән алып шәмбегәсә ҡәҙәр ҡабул ителә. Үҙегеҙ менән никах танытмаһы һәм паспортығыҙ булыу мотлаҡ.

 

*

Автор:Гульдар Кадаева