ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева әйтеүенсә, ремонтҡа бәйле никахтарҙы теркәү тантаналары ваҡытлыса “Урал аръяғы” сауҙа үҙәгенең конференц залында уҙғарыла.
Ремонт эштәрен алып барған подрядсы ойошма етәкселеге иһә сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары яңыртылған бинала граждандар хәле акттарын теркәүҙең ғәҙәттәге рәүешенә сираттағы ай баштарында ғына өмөт итә ала.
ЗАГС бүлегендә ремонт булыға ҡарамаҫтан, “Демография” милли проекты сиктәрендә эшләүҙәрен дауам итәләр.
Быйылғы 5 айҙа бүлектә 822 граждандар хәле тураһында акттар теркәлгән. Шуларҙың 253-сө бала тыуыу тураһында яҙма. Былтырғы осор менән сағыштырғанда был һан 24-кә аҙ. 5 ай эсендә 109 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Был һан да былтырғыға ҡарағанда 7-гә кәм.