АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
6 Июль 2022, 12:05

Үҙ фатирҙары бар

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Юлдашбаев ҡулынан 5 кеше фатир асҡысы алды. Кес кенәнән ауыр тормош хәленә тарыусылар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алған.   -Һеңлем Гөлшат Вәлитованың шатлығын уртаҡлашырға килдем. Үҙем дә етем булараҡ бынан 5 йыл торлаҡлы булдым. Беҙҙе ҡайғыртыусы ҡала хакимиәтенә, опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Ирина Михайловнаға ҙур рәхмәт! – тине Зөһрә Исламғолова, ифрат ҡыуанып. -Тулҡынландырғыс мәлдәр кисерәм. Үҙ ҡыйығыңдың булыуы--оло бәхет. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! – тип Альбина Фәхретдинова ла шатлығы менән уртаҡлашты.

Үҙ фатирҙары бар
Үҙ фатирҙары бар

Ҡаланың опека һәм попечителлек бүлеге биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, урында 112 етем бала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Һуңғы тапҡыр был категорияға ҡараусы 4 кеше фатирлы булһа, әле уларҙың һаны, үрҙә әйтеүебеҙсә, бишәү.

-2022 йылда ҡалаға етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында 23 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡсаның 14 миллион һумына етәкселек 9 фатир һатып алды һәм етемдәргә тапшырҙы. Ҡалған 9 миллион һум шулай уҡ торлаҡ алыу өсөн аукционға ҡуйылған. Өсөнсө кварталда тағы 5-6 кешегә асҡыс тапшырырға иҫәп тотабыҙ. Фатир алыуға булышлыҡ итеүсе командаға, етәкселәргә ҙур рәхмәт! Бүленгән аҡса тулыһынса торлаҡ алыуға тотонола. Сиратта тороусылар күп, уларға сабыр итеп, үҙ сәғәтен көтөүҙәрен теләйем.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт етемдәргә бөтә уңайлы шарттары булған 1 бүлмәле фатир менән тәьмин итә. Торлаҡ баҙарынан һатып алынған йорттоң торошон ҡала хакимиәтенең ведомство-ара комиссияһы тикшерә. Уның эшендә буласаҡ фатир хужаһы ла ҡатнаша.

 

Автор:Гульдар Кадаева