Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
27 Май 2022, 13:10

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Сибай ҡала Советының сираттағы 21-се ултырышы үтте.

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды
Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Ултырышта ҡала советы депутаттарынан һәм ҡала хакимиәте вәкилдәренән тыш

хоҡуҡ, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, хәбәрселәр ҡатнашты. Сара рәсми асылғандан һуң ҡала хакимиәте башлығы урынюаҫарҙары сығыш яһаны. 
Ултырышта быйылғы йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһалды һәм киләһе осорға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Мәғариф бүлеге етәкселеге балаларҙың йәйге ялына әҙерлеге һәм каникул осоронда үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең мәшғүллеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ҡалала 6 июндән профилле лагерҙар эшләй башлай.

“Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһын тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бүленде. Йәй башланыу менән һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек саралары күреү мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнә. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһын профилактикалауҙы ла иҫтән сығарырға ярамай.

Ҡала хакимиәте бүлектәренең профилле докладтары тыңланылды һәм уларҙың тәҡдимдәре, үтенестәре депутаттар тарафынан бер тауыштан ҡабул ителде.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Ишемғолова ревакцинация тураһында белгертте, бер нисә иғлан еткерҙе.

Ултырыш һуңында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор:Гульдар Кадаева