АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Февраль 2022, 08:25

Тәҙрә—бина күрке

Сибай ҡалаһының «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһында Ленин урамының 20-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙғарҙы.

Тәҙрә—бина күрке
Тәҙрә—бина күрке

Сарала программа тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелде, яҡын арала уның аша тормошҡа ашырыла торған өҫтөнлөклө йүнәлеш тип ағас тәҙрәләрҙе платикка алмаштырыу бурысы билдәләнде. Конкурста еңеп сығыуҙы көсәйтеү маҡсатында инициатив төркөм төҙөлөп, тейешле документтар туплана башланы. Балалар баҡсаһы етәкселеге мәктәпкәсә йәштәге учреждение мәнфәғәттәрен даими ҡайғыртып, йыл да урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашыусы күрше күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә ҙур рәхмәт белдерҙе.

 

Автор:Гульдар Кадаева