АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
17 Февраль 2022, 09:05

Проектта ҡатнашалар

Сибай ҡалаһында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһын тормошҡа ашырыу  буйынса күп эштәр атҡарылып килә. Күптән түгел ҡаланың 8-се мәктәбендә Цеткин урамының 14-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәрҙең йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Проектта ҡатнашалар
Проектта ҡатнашалар

Халыҡ 2021 йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға ҡарар итте һәм өс проект тәҡдим итте:йорт ихатаһында балалар майҙансығын төҙөкләндереү, 8-се мәктәптең иҫкергән ағас тәҙрәләрен өлөшләтә пластикҡа алыштырыу, спорт майҙансығын рәтләү. Әммә күпселек мәктәп тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу өсөн тауыш бирҙе. Сөнки күптән төҙөлгән бинаның тәҙрәләре иҫкереп, ектәренән ел өрөп тора ине. Йыйылыусылар араһынан инициатив төркөм һайланды. Бынан тыш, залда ултырыусылар Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы ҡала округы ҡаҙнаһынан, бағыусыларҙан һәм урындағы халыҡтан бүленәсәк финанстар хаҡында әңгәмәләште.

 

Автор:Гульдар Кадаева