Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
9 Февраль 2022, 11:35

Балалар башланғысты хуплай

Сибай ҡалаһы Арҡайым ҡасабаһының Алдар Батыр, Йәнтилин һәм Жуков урамдарында йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, урам юлдарына асфальт япма түшәтергә хыяллана. Был тәңгәлдә өлгө лә бар. Былтыр ҡасабаның исемһеҙ урамы тап ошо программа аша төҙөкләндерелде. Хәҙер ул урам исемһеҙ түгел: халыҡ уны “Осош һыҙаты” тип атаны. Ни өсөн тигәндә, автомобилдәре булғандар унан елдерә, балалар ҙа ҡыуана-ҡыуана мәктәпкә бара, ҡайта. Ошондай уңайлыҡтарҙы күргәс, ҡалған урамдарҙа йәшәүселәр ҙә үҙ биләмәләре юлдарын рәтләттереп алырға уйлай.

Балалар башланғысты хуплай
Балалар башланғысты хуплай

--Өлкәндәрҙең башланғысын балалар ҙа хуплай һәм “Минең урамым” тип аталған һүрәттәр конкурсында әүҙем ҡатнашты. Айырыуса Арҡайым башланғыс мәктәбе уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре тырышлыҡ күрһәтте. Уларҙың да осош һаҙатынан килгән уҡыусылар, бәләкәстәр кеүек, мәктәпкә, балалар баҡсаһына тип-тигеҙ асфальттан барғылары килә,--ти Арҡайым ҡасабаһының территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Эльвира Муллагилдина.—Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы аша киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге булғанда уны тулы ҡеүәтендә ҡулланып ҡалырға кәрәк. Халыҡтың башланғысты күтәреүе, конкурста еңә ҡалһа, иғәнә йыйып биреүе генә бурыс. Ҡалғанын ҡала, республика етәкселеге урын еренә еткереп ҡуясаҡ.

 

Балалар башланғысты хуплай
Балалар башланғысты хуплай
Автор:Гульдар Кадаева