АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
28 Октябрь 2021, 21:55

Ҙур эш башҡарҙылар

Көҙ башында Сибай ҡалаһында “Ҡаланы йәйәүләп үт” акцияһы старт алды. Унда ҡалалаштар биҙ әүҙем ҡатнашып, уңыштары хаҡында социаль селтәрҙәрҙә белгертеп барҙы. Күптән түгел сараның еңеүселәре билдәле булды. Ҡаланы атлап үт акцияһына сибайҙар төбәктә тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Урал аръяғы үҙәге булған ҡала халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараны шундуҡ хупланы. Һөҙөмтәлә Фаяз Хәсәнов етәкләгән төркөм еңеп сыҡты.

Ҙур эш башҡарҙылар
Ҙур эш башҡарҙылар

Акцияның төп маҡсаты – архитектура һәйкәлдәрен һәм ҡаланың иң матур урындарын Гугл һәм Яндекс карталарына индереү. Ошо акция сиктәрендә Сибайҙың барлыҡ тарихи объекттары урап сығылды, уларға куар кодтар ҡуйылды. Хәҙер гаджеттар ярҙамында был иҫтәлекле урындар хаҡында белешмә тупларға мөмкин.

--Бындай сараларҙан беҙ бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Әүҙем тормош алып барыу яҡлыбыҙ. Шуға ла беҙҙең команда еңеп сыҡты. Төп приз – Салауат Юлаев хоккей командаһының Магнитогорск хоккейсылары менән осрашыуына билеттар булды. Күңелле, берҙәм төркөмөбөҙ менән күрше ҡалаға шундай мауыҡтырғыс ярыш ҡарап ҡайттыҡ. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улына беҙгә ошондай ял минуттары бүләк иткәне өсөн ҙур рәхмәт! Шул тиклем шәп матч булды, --“Ҡаланы йәйәү үт” акцияһы лидеры Фаяз Хәсәнов.

Сибай көйәрмәндәре яратҡан командаһы матчын ҡарап, көс-дәрт туплап ҡайтыуына ҡыуана. Киләсәктә лә улар ҡала тормошонда әүҙем булырға. Яңылыҡтарҙан артҡа ҡалмаҫҡа һүҙ бирә.

Ҙур эш башҡарҙылар
Ҙур эш башҡарҙылар
Автор:Гульдар Кадаева