Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
6 Сентябрь 2021, 10:00

Алтын көҙ—туйҙар мәле

Сибай ҡалаһаның ЗАГС бүлегендә 4 сентябрҙә быйылғы 300-сө йәш пар теркәлде. Алтын көҙҙә башлап ҡалала Маркин Михаил Юрьевич һәм Богданова Вероника Алексеевна никахҡа инде.

Алтын көҙ—туйҙар мәле
Алтын көҙ—туйҙар мәле

-- Миша менән беренсе Президент Б. Ельцин исемендәге Урал Федераль университетында уҡый башлағанда 2017 йылда таныштыҡ. Баштан уҡ бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Дүртенсе курс аҙағында һөйгәнем тәҡдим яһаны. Дуҫтарыбыҙ менән йылға ярына фотосессияға сыҡҡанда булды был илаһи мәл,-- тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты йәш кәләш Вероника.

Ғүмер юлын бергә башлаған йәштәргә ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ! Тормоштары гел шулай түңәрәк һандар кеүек түп-түңәрәк булһын!

Алтын көҙ—туйҙар мәле
Алтын көҙ—туйҙар мәле
Автор:Гульдар Кадаева