АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
30 Июль 2021, 15:00

Парк яңыра

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендәге «Терра-Урал аръяғы» эко-паркында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Парк яңыра
Парк яңыра

Бындағы үҙгәрештәр ныҡ күҙгә ташлана. Әйтәйек, яңы асфальт юлдар. Улар киң һәм шыма, йәйәүлеләр өсөн дә, йүгереүселәр өсөн дә уңайлы. Шулай уҡ яҡтылыҡ һуҙылған, ике ярым саҡрым арауыҡҡа һуҙылған майҙансыҡты йәшелләндереүгә тәғәйенләнгән һыу ҡойоу ҡоролмалары үткәрелгән. Тирә-яҡты кәртәләү өсөн ҡоймалар элекке кеүек бейек түгел, ә 70 сантиметр ғына буласаҡ.
--Паркты төҙөкләндереүҙең икенсе икенсе этабы ахырына яҡынлаша. Плитәләр һалыу эше ҡалды. Төҙөлөш материалдары етерлек. Унан балалар майҙансығын яһауға ныҡлы тотонасаҡбыҙ,-- ти «РеалСтрой» йәмғиәтенең баш инженеры Игорь Тулаев.

Балалар майҙансығы ғына түгел, бында киләсәктә кафе өсөн биләмә ҡалдырыу ҙа планлаштырыла. Быйыл октябрҙә төҙөлөштөң икенсе этабы тамамлана. Өсөнсө этапта иһә эко парк биләмәһен кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу башлана. Атап әйткәндә сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын бында ял итеү өсөн төрлө майҙансыҡтар, арт объекттар һәм башҡа сюрприздар көтә.

#нацпроекты#миллипроекттар#торлаҡһәмҡаламөхите

Автор:Гульдар Кадаева