Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
30 Июль 2021, 10:25

Көньяҡ ҡапҡа асыҡ

Сибай ҡалаһының көньяҡ ҡапҡаһы булған Йылайыр шоссеһында капиталь ремонт эштәре тамамланыуға бара. Йылайыр шоссеһы япмаһын яңыртыу буйынса ремонт эштәре 1 сентябргә ҡәҙәр дауам итергә тейеш булһа ла, юлсылар алдарына ҡуйылған бурысты тиҙ арауыҡта үтәне. Июнь аҙағында юлды монтажлау эсшенә тотонған бригада бер ай эсендә тәғәйенләнгән саҡрымдарҙы төҙөкләндереп тә ҡуйҙы.

Көньяҡ ҡапҡа асыҡ
Көньяҡ ҡапҡа асыҡ

--Был тарафта беҙ 2,2 саҡрым юлға асфальт түшәнек. Бынан тыш юл сатының

 600 квадрат метр майҙансығын рәтләнек. Йәмғиәттең тағы бер бригадаһы йәйәүлеләр өсөн юл һала. Унда ла эштәр күп ҡалманы. Егеттәр ошо арала ныҡлы тырышһа, тротуар ҙа ошо арала сафҡа инәсәк,-- ти «СибайДорСтрой» йәмғиәте директоры урынбаҫары Александр Елизарьев.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Көньяҡ ҡасабаһы халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртып юлсылар бер саҡрымға һуҙылған тротуар һуҙа. Әле уның асфальт япмаһы әҙер, ситенә бордюр һалһалар, эш тамамланасаҡ.

Йылайыр шоссеһы яңырыуға ҡасабала йәшәүселәр генә түгел, көньяҡ ҡапҡа аша ҡалаға йөрөүселәрҙең барыһыла ифрат ҡыуана. Юлсылар артабан эшен ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итәсәк. Улар паркты төҙөкләндереүҙең икенсе этабына дәррәү ҡушыла.

нацпроекты#миллипроекттар##хәүефһеҙһәмсифатлыавтомобильюлдары

Автор:Гульдар Кадаева