АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
7 Июль 2021, 10:00

Ихаталар төҙөкләндерелә

Республикала өсөнсө йыл рәттән “Башҡорт ихаталары” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән программала сибайҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Сибайҙа 5 биләмә төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта 2022 йылға проекттар әҙерләнә. Бынан алдағы йылдарҙа төҙөкләндереүгә әҙерләгән ихаталар ҙа үҙ сиратын көтә. Киләһе йыл 5-6 майҙансыҡты үҙгәртеү күҙаллана.

Республикала өсөнсө йыл рәттән “Башҡорт ихаталары” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән программала сибайҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Сибайҙа 5 биләмә төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта 2022 йылға проекттар әҙерләнә. Бынан алдағы йылдарҙа төҙөкләндереүгә әҙерләгән ихаталар ҙа үҙ сиратын көтә. Киләһе йыл 5-6 майҙансыҡты үҙгәртеү күҙаллана.
--Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта Таусылар проспектындағы йорттар ихатаһында эштәр 80 процентҡа үтәлгән. Бәләкәй архитектура формалары көтөп торабыҙ. Улар ошо көндәрҙә килеп етергә тейеш. Унан һуң резина япма түшәүгә тотонасаҡбыҙ. Шунан инде ихата тулыһынса әҙер буласаҡ. Ленин урамы ихатаһында ла эштәр бара. Биләмәгә нигеҙ һалына, тротуарға урын әҙерләнә, балалар, спорт майҙансыҡтарына ла урындар булдырыла.
Шулай уҡ Бүләков урамында ла ихата төҙөкләндерелә. Унда ла майҙансыҡтарға нигеҙ һалына. Объекттарҙы 1 сентябргә ҡәҙәр сафҡа индерергә иҫәп тотабыҙ. Төҙөлөш материалдарына ҡырҡа хаҡ артыу сәбәпле графикта бәлки бер аҙ үҙгәрештәр булыр. Эшсе көс етерлек, барыһы ла ыңғай барһа оҙаҡламай беренсе ихатаны сафҡа индерәсәкбеҙ,--ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Илшат Ҡадыров.
Төҙөкләндерелгән биләмәләрҙә автомобилдәр туҡталҡаһына айырым иғтибар бирелә. Автомобилдәр күп, уларҙы ҡуйырға урын юҡ. Проекттарҙы урында йәшәүселәр менән кәңәшләшеп эшләүҙәре отошло. Торлаҡ хужалары дөйөм йыйылыштарҙа үтенестәрен белгертә, шунан һуң ғына проекттар артабан йәмәғәт тыңлауҙары аша үтә.
--Һәр ихата үҙенсәлекле. Комплекс методикаһы буйынса һәр биләмәлә балалар, спорт майҙансыҡтары булырға тейеш. Шулай уҡ йорт менән юл араһы тротуар менән айырымланыуы бурыс. Йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе бергәләп йәшеллек булдырырға саҡырам. Көҙ көнө ағастар ултыртыу, башҡа төрлө күп йыллыҡ үҫемлектәр сәсеү ҙә тик файҙаға ғына,--тип тә өҫтәне Илшат Ҡадыров.
Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр шулай уҡ проекттарҙың дизайнын булдырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Башта концепция алына, шунан проект ҡарары ҡабул ителә, ҡалалаштар хөкөмөнә иһә әҙер вариант сығарыла. Программа шарттарына ярашлы һәр проекттың 94 проценты республика ҡаҙнаһынан финанслана, 5 процентты муниципалитет бүлә. Сумманың тик 1 процентын ғына төҙөкләндереләсәк ихата янындағы йорттарҙа йәшәүселәр йыя. Һәр ихатаға билдәле бер сумма ҡуйылмай. Эштәрҙең маҡсатын һәм мөһимлеген ихата биләмәһе үҙенсәлегенән сығып ҡала хакимиәте муниципаль берәмәге янындағы йәмәғәт комиссияһы билдәләй.
Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән.
#нацпроекты#миллпроекттар#жильеигородскаясреда
Автор:Гульдар Кадаева