Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
5 Июнь 2021, 18:40

Суйын ҡоймалар ҡайҙа булған?

Һорау—яуапСибай ҡалаһы халҡы социаль селтәрҙәрҙә Таусылар проспектында төҙөкләндереү эштәре барған биләмәләрҙән сисеп алған суйын ҡоймаларҙы ҡайҙа итеүҙәре хаҡында әүҙем фекер алыша. Ҡалалаштарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов комментарийҙарҙа яуап бирһә лә, интернет-пабликтарҙа һаман төрлө фекерҙәр яҙалар: урлағандар, һатҡандар, иреткәндәр... Шуға күрә башлыҡ Рөстәм Әхмәткәрим улы айырым яуап әҙерләне.Тулыраҡ сайтта.

Сибай ҡалаһы халҡы социаль селтәрҙәрҙә Таусылар проспектында төҙөкләндереү эштәре барған биләмәләрҙән сисеп алған суйын ҡоймаларҙы ҡайҙа итеүҙәре хаҡында әүҙем фекер алыша. Ҡалалаштарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов комментарийҙарҙа яуап бирһә лә, интернет-пабликтарҙа һаман төрлө фекерҙәр яҙалар: урлағандар, һатҡандар, иреткәндәр...
Шуға күрә башлыҡ Рөстәм Әхмәткәрим улы айырым яуап әҙерләне.
✅Суйын ҡоймалар Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы келәтенә илтеп һалына. Һәр ҡойманы иҫәпләп ведомостҡа ярашлы ҡабул итәләр, бер блоктың да юғалыуына юл ҡуйылмай. Сисеп алынған кәртәләүҙәрҙе рәтләп, башҡа урамдарҙың кәрәк тип тапҡан биләмәләренә ҡуясаҡбыҙ. Улар ныҡ һәм оҙайлы ваҡытҡа етә, шуға күрә лә бер бөртөгөн дө ташламайбыҙ. Уларға икенсе һулыш бирелә торған ерҙәр мотлаҡ табылыр.
✅Фотоларға иғтибар итегеҙ: йылдар дауамында суйын нисә тапҡыр буялғанын күрергә мөмкин. Хәҙер шул ҡат-ҡат буяуҙы юйыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ҡом ярҙамында таҙартыу вариантын ҡарайбыҙ. Әгәр һеҙ суйынды таҙарта торған ысулды белһәгеҙ, комментарийҙарға яҙығыҙ. Мотлаҡ тәҡдимегеҙгә ҡолаҡ һаласаҡбыҙ.
✅ Һәм тағы ла: хөрмәтле ҡалалаштар, әгәр һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы минең шәхсән сәхифәмә яҙығыҙ, үтенестәрегеҙҙе миңә һәм хакимиәт вәкилдәренә күҙәтеп барыу һәм уларға яуап биреү шулай уңайлыраҡ.
Барығыҙға ла именлек һәм тыныслыҡ теләйем!
#Сибай #БлагоустройствоСибая #комфортнаягородскаясреда