АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
28 Май 2021, 09:30

Киҫкен мәсьәләләр ҡаралды

Сибай ҡала хакимиәтендә ҡала Советы депутаттарының 9-сы ултырышы үтте.Ултырышта инвестиция, торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре, шулай уҡ ҡала мөхитенә бәйле һорауҙар тикшерелде. Инженер инфраструктураһы проблемаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы башлығының мөрәжәғәтнамәләре лә мөһим йүнәлеш булараҡ ҡаралды.

Сибай ҡала хакимиәтендә ҡала Советы депутаттарының 9-сы ултырышы үтте.
Ултырышта инвестиция, торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре, шулай уҡ ҡала мөхитенә бәйле һорауҙар тикшерелде. Инженер инфраструктураһы проблемаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы башлығының мөрәжәғәтнамәләре лә мөһим йүнәлеш булараҡ ҡаралды.
--Ҡала Советының 5-се саҡырылышы депутаттары 9-сы ултырышта көн тәртибенә бик күп һорауҙар сығарҙы. Улар араһында Рәсәй Федерацияһы Президентының федераль йыйылышҡа, республика башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мәрәжәғәтнәмәләре булды. Шулай уҡ ҡала бюджетына үҙгәрештәр индереү, 2020 йылға бюджет үтәлеше мәсьәләләре лә ҡаралды. 2022-2024 йылдарҙа муниципаль мөлкәтте приватизациялау саралары тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды,--тине ҡала Советы депутаты Аида Малкина
Ҡала советы депутаттары һәм хакимиәт вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау, экологик хәүефһеҙлек, мәғариф һәм мәҙәниәт тармаҡтары темалары ла тикшерелде. Шулай уҡ Урал аръяғының стратегик үҫеше буйынса фекер алышылды. Мәғариф өлкәһендә яҡшы үҙгәрештәр күҙәтелә -- мәктәптәрҙә ремонт эштәре атҡарыласаҡ, БДУ-ның Сибай институтында бюджет урындары күбәйә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә ҡала ҡыйлығы ликвидацияланасаҡ. Урында һауа сифатын даими тикшереп тороу ҙа яйға һалына. Көҙ көнө Дәүләт Думаһына һайлау уҙыу ҙа мөһим ваҡиға.
--Ултырышта башҡа һорауҙар менән бер рәттән Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, яңылыҡ булараҡ ҡаралған онлайн тауыш биреүгә айырым туҡталдыҡ. Аныҡлап әйткәндә мөһим сара осоронда мотлаҡ һайлау участкаһына барып тауыш бирмәһәң дә була. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша үтеп инеп үҙең теләгән депутат тәңгәленә билдә ҡуйыу ҙа етә. Ҡулыңда смартфоның, өйөңдә компьютерың булһа, һайлауға барырға ла кәрәкмәй. ҡала Советы депутаты Виктор Тюрин
Ултырышта туризм, йәштәр сәйәсәте, йәш ғаиләләр мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Сибайҙарҙы тиҙҙән позитив үҙгәрештәр ҙә көтә.
#нацпроекты#миллипроекттар#һаулыҡһаҡлау