Медицина хеҙмәткәрҙәренең ижади төркөмө икенсе йыл рәттән был тәңгәлдә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Дауахана етәкселеге смотр-конкурсҡа әҙерлекте ойоштороусы профком рәйесе Б.М Шәриповҡа, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаға, баянсы Кәлимулла Ильясовҡа, ҡурайсылар Шамил Күсәмишев, Шайморат Йәнбәковҡа, бейеү ҡуйыусы Алһыу Фәтхүтдиноваға, сценарий авторы Миләүшә Ҡаһармановаға һәм әлбиттә бейеүсе, йырсы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттәргә оло рәхмәтле.