Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
29 Апрель 2021, 13:00

Ҡашты төҙәтәм тип, күҙҙе сығарғандар

...Ҡырсынташ урынына йәбешкәк һары балсыҡ, юл тигәндәренең ҡойоһо әйләнеп ята. Проспект һынлы проспект атамаһын йөрөткән Сибай ҡалаһының Комсомол проспектында йәшәүселәр былтыр көҙҙән юлдарҙың аламалығына зарлана. Бында ҡашты төҙәтәм тип күҙҙе сығарғандар. Һин дә мин йөрөп ятҡан ҡырсынташ юлдары өҫтөнә көҙ байында балсыҡ ташып һалғандар. Тулыраҡ сайтта.

Торлаҡ-коммуналь хужалығының киҫкен мәсьәләләре йылдың һәр миҙгелендә лә халыҡты борсой. Айырыуса яҙ көнө күп нәмә өҫкә ҡалҡып сыға. Сибай ҡалаһының Комсомол проспектында йәшәүселәрҙе нимә борсой һуң?

Ҡырсынташ урынына йәбешкәк һары балсыҡ, юл тигәндәренең ҡойоһо әйләнеп ята. Проспект һынлы проспект атамаһын йөрөткән Сибай ҡалаһының Комсомол проспектында йәшәүселәр былтыр көҙҙән юлдарҙың аламалығына зарлана. Бында ҡашты төҙәтәм тип күҙҙе сығарғандар. Һин дә мин йөрөп ятҡан ҡырсынташ юлдары өҫтөнә көҙ байында балсыҡ ташып һалғандар.
-- Урыны-урыны менән соҡорҙар булыуын иҫәпкә алмағанда ҡырсынташ юлыбыҙ яҡшы ине.Ҡыш беленмәне, яҙ булғайны башланды бәлә: юлыбыҙҙан үтерлек түгел балсығы әйләнеп ята, мәктәпкә уҡыусылар шул бысраҡты һөйрәп китә. Ҡала етәкселегенән юлдарҙы яңынан төҙөкләндереүҙәрен үтенәбеҙ,--ти Ҡамышлы-Үҙәк ҡасабаһының Комсомол проспектында йәшәүсе Мөхәмәт Яҡупов.
Ысынлап та, ямғырҙан һуң барғаныбыҙҙа юлдың япмаһы шыуғалаҡ, кәлиә ине. Тротуар булмағас йәйәүлеләр ҙә ошо тәңгәлдән үтә һәм аяҡ кейемдәре табаны һап-һары балсыҡ була. Был мәсьәләне халыҡ депутаттарға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәкселегенә еткерер өсөн урам осона йыйылды. Осрашыуға килеп үҙ күҙҙәре менән етешһеҙлекте күргән етәкселәр батҡаҡлы юлды төҙөкләндереүҙе ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
--Мөрәжәғәт булғас, торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселеге, депутаттар, халыҡ йыйылып һөйләштек. Күреүебеҙсә, юлдарға ҡырсынташ түшәгән подрядсы эшен тейешле кимәлдә башҡармаған. Был мәсьәлә контролгә алынды,--тине ошо округтан ҡала Советы депутаты Илдар Хәмитов.
Диалог—киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң файҙалы ысулы. Ҡоро һүҙ кимәлендә ҡалдырмай мәсьәләне эҫе сағында күтәреп сығыусы кешеләр власть вәкилдәре менән уртаҡ фекергә килде. Халыҡты етәкселәр, депутаттар ишетте һәм эштең нимәлә булыуына төшөнөп етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләйәсәктәрен белдерҙе. Проспект халҡы хатта эште тиҙерәк атҡарып сығыу өсөн яңы староста--Алена Шәрипованы һайлап ҡуйҙы.