Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
25 Февраль 2021, 17:05

Сүп-сар майҙансыҡтары тартиптә

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А.Г.Назаров ҡарарын үтәү маҡсатында ҡаланың сүп-сар түгеү майҙандарын ҡарап сыҡты. Уларҙың торошон ҡәнәғәтләнерлек тип тапты. Күп майҙансыҡтарҙың ишектәрен ҡар өйөмө ҡаплаған. Башлыҡ тиҙ арала уларға юлды таҙартырға ҡушты.

Башҡортостанда сүп-сар түгелгән урындарҙы даими тикшереп торасаҡтар. Был хаҡта ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса республика кәңәшмәһендә хәбәр ителде.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров муниципалитеттар башлыҡтарына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары түгелгән урындарҙы тикшереп сығырға ҡушты. Рейдтарға һығымта 1 мартта үтәсәк кәңәшмәлә йомғаҡ яһала.
--Төбәк операторҙары эшмәкәрлеген айырым контролдә тотасаҡбыҙ. Был хәл сүп –сар өсөн хаҡтарҙың артыуына бәйле. Сөнки ҡаты ҡалдыҡтар менән эш иткән дүрт төбәк операторының өсәүһе хеҙмәттәренә 1 февралдән хаҡ арттырҙы. Был үҙ нәүбәтендә эштәрен еренә еткереп башҡарыу бурысын ҡуя. Кешеләр сүп-сар түгелгән урындың бысраҡ булыуына, ҡый сығарыу графигына зарланырға тейеш түгел,--тине Андрей Назаров.
«Инцидент менеджмент» системаһы белешмәләре буйынса һуңғы арала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле мөрәжәғәттәр артҡан. 13 февралдән 19 февралгә ҡәҙәр 60 ялыу булһа, 5-12 февралдә 13 мөрәжәғәт теркәлгән.
Кәңәшмәлә шулай уҡ «ТКО-Башкортостан» автоматлаштырылған системаһы дәүләт мәғлүмәт системаһына күсереү мәсьәләһе ҡаралды.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов премьер-министрҙың ҡарарын үтәү маҡсатында ҡаланың сүп-сар түгеү майҙандарын ҡарап сыҡты. Уларҙың торошон ҡәнәғәтләнерлек тип тапты. Күп майҙансыҡтарҙың ишектәрен ҡар өйөмө ҡаплаған. Башлыҡ тиҙ арала уларға юлды таҙартырға ҡушты.
Читайте нас: