АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
9 Февраль 2021, 15:10

Мәктәп тәҙрәләре яңырһын өсөн

Сибай ҡалаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса дөйөм йыйылыштар уҙғарыу дауам итә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә Клара Цеткин урамының 14-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр 2021 йылда махсус программа аша ғәмәлгә индереүгә өс проект тәҡдим итте.

Сибай ҡалаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса дөйөм йыйылыштар уҙғарыу дауам итә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә Клара Цеткин урамының 14-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр 2021 йылда махсус программа аша ғәмәлгә индереүгә өс проект тәҡдим итте. Улар--йорт ихатаһында балалар майҙансығын төҙөкләндереү, 8-се мәктәптең иҫкергән ағас тәҙрәләрен өлөшләтә пластикҡа алмаштырыу, спорт майҙансығын рәтләү. Күпселек тауыш менән мәктәп тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу проекты өҫтөнлөклө тип табылды. Был дөрөҫ тә. Күптән төҙөлгән мәктәп бинаһының тәҙрәләре ныҡ иҫкергән, ектәренән ел өрә. Йыйылышта ҡатнашыусылар араһынан инициатив төркөм һайланды. Бынан тыш, залда ултырыусылар тәҡдим иткән проекттары конкурста еңеп сыға ҡалһа республика, ҡала ҡаҙнаһынан бүленәсәк, бағыусыларҙан һәм урындағы халыҡтан йыйыласаҡ иғәнә күләме хаҡында һөйләште.