АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
28 Сентябрь 2020, 11:00

Мирослава—йылдың 500-сө сабыйы

25 сентябрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 500-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Захар Рим улы һәм Светлана Евгеньевна Ғөбәйҙуллиндарҙың Мирослава исемле ҡыҙҙары 19 сентябрҙә донъяға килгән. Сабыйҙың тыуыуына быйыл ике йәшен тултырасаҡ Михаил ағайы ныҡ ҡыуанған.

--Улыбыҙ әлегә һөйләшә белмәһә лә һеңлеһен күргәс тә хәстәрләй башланы, ауыҙына имеҙлек ҡаптырҙы. Ҡатыным да, мин дә күп балалы ғаиләлә үҫтек. Шуға күрә, тағы ла ҡыҙ, улдарыбыҙ булыр тип өмөт итәбеҙ,--ти ҡыҙы тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға килгән бәхетле атай Захар Рим улы, ҡыуанып.
ЗАГС бүлеге начальнигы А.Ә.Бохарбаева йәштәргә сабырлыҡ, бәпестең, улдарының ауырымай үҫеүен теләне. Айгөл Әҡсән ҡыҙы төбәктә “Демография” милли проектына ярашлы башҡарылған эштәрҙе барланы, быйыл тыуым үлем осраҡтарынан күберәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
#нацпроекты#миллипроекттар