Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
16 Апрель 2020, 10:15

Таҙалыҡ, тәртип кәрәк һәр ерҙә

Предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре урам рәтләргә сыҡмаһа ла, ҡаланың санитар торошо яҡшы. Сөнки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм аутсорсинг компанияларының 160-тан ашыу эшселәре көндә ҡаланы таҙарта.

Сибай ҡалаһында үҙаллы изоляция режимы мәлендә күмәк өмәләр уҙғарылмай, аҙна һайын ойошторолған “Таҙа кесаҙна” ла үтмәй. “Экология” милли проектына ярашлы, ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы ваҡытында йыйырға, урамдарҙы һеперергә, газондарҙы тырматып, ағас олондарын, бордюрҙарҙы таҙартырға кәрәк. Предприятие, ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре урам рәтләргә сыҡмаһа ла, ҡаланың санитар торошо яҡшы. Сөнки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм аутсорсинг компанияларының 160-тан ашыу эшселәре көндә ҡаланы таҙарта.
Мәктәп, балалар баҡсаһы, өҫтәмә белем биреү учреждениелары йыйыштырыусылары, урам һепереүселәре, вахтерҙары үҙ биләмәләрен рәтләп бөтөп, биналарында косметик ремонт уҙғарыуға, эргә-тирәне ла рәтләргә тотонған.
--Ҡаланың тышҡы йөҙөн матурлауға, төҙөкләндереүгә тос өлөш индереүселәр алдында баш эйәм! Хәүефһеҙлек сараларын үтәп, эшегеҙгә намыҫлы ҡарауығыҙ менән һеҙ күптәргә үрнәк,--тип рәхмәттәрен белдерҙе таҙалыҡ һағында тороусыларға ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов
#нацпроекты#миллипроекттар