Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
10 Апрель 2020, 13:45

Төҙөкләндереүгә иғтибар арта

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүләнәсәген белдерҙе.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүләнәсәген белдерҙе.
--Һуңғы аҙналарҙа бик күп үҙгәрештәр булды. Әммә, нимәләр генә булыуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙ урамдары һәр ваҡыт таҙа һәм ҡараулы булырға тейеш. Бөтәбеҙ ҙә бысраҡты, саңды таҙалау, юлдарҙы йыуыу һәм дезинфекциялау ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлай. Юлдарҙың соҡорҙарын ямарға кәрәк, тиҙҙән сәскә ултыртыр, үләнде сабыр мәл етә. Бөтә был эштәрҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшселәре башҡара, ҡаланы тәртиптә һәм таҙалыҡта тота,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.--Быйыл беҙ учреждениеның штатын күпкә арттырҙыҡ. Вакансиялар барлыҡҡа килде, шуға ла был өлкәгә кешеләрҙе эшкә саҡырабыҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы—муниципаль предприятие, тимәк рәсми эш урыны, лайыҡлы эш хаҡы һәм социаль гарантиялар буласаҡ. Иң мөһиме—тотороҡло, ҡала өсөн кәрәкле шөғөл.
Читайте нас: