Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
7 Март 2020, 10:00

Зауыҡ үҙебеҙ өсөн

Урамдарҙа төндә биналар балҡып, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ өҫтәп тороуҙары яңылыҡ, үҙгәреш итеп ҡабул ителде.Күп ҡатлы йорттар ихаталары ла яйлап тәртипкә килтерелә. Әйтәйек “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәтенә ҡараған йорттарҙың тышҡы йөҙө матурлана.

Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡалабыҙҙың тышҡы йөҙө ныҡлы үҙгәреренә ышаныс ҙур. Быйыл төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Урамдарҙа төндә биналар балҡып, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ өҫтәп тороуҙары яңылыҡ, үҙгәреш итеп ҡабул ителде.
Күп ҡатлы йорттар ихаталары ла яйлап тәртипкә килтерелә. Әйтәйек “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәтенә ҡараған йорттарҙың тышҡы йөҙө матурлана.
--Күп фатирлы торлаҡ янынан үткәндә гел генә ҡасан беҙҙең йортта ла ремонт үтер икән тип хыялланам,--ти Киров урамының 35-се йортондла йәшәүсе Алһыу Фәтхүтдинова. –“Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” йәмғиәте эшселәренең хеҙмәтләндереү сифаты юғары. Етешһеҙлек хаҡында әйтеүебеҙ була, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны хәл итәләр. Әле беҙҙең йорттоң подвалына үтеү урынын рәтләп ҡуйҙылар. Матур ҙа, ыҡсым да, зауыҡлы ла килеп сыҡты. Етәкселәргә лә, эште башҡарыусыларға ла ҙур рәхмәт!