Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
10 Февраль 2020, 18:10

Тәҡүә мәсетендә--Әлифба байрамы

Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң беренсе курсы Әлифба байрамын үткәрҙе...

Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң беренсе курсы Әлифба байрамын үткәрҙе. Сибай ҡалаһы имам мөхтәсибе Әғләметдин Ғәзизов гүзәл заттарҙы байрам менән тәбрикләне, ғәрәп телендәге өндәр әйтелешенә бәйле һорауҙар бирҙе, фәһемле миҫалдар килтерҙе.
Ғәрәп теле уҡытыусыһы Әминә Ноғоманова дин ғилеме буйынса ҡыҙыҡлы викторина үткәрҙе, уйындар ойошторҙо. Ике командаға бүленеп үткәрелгән “Һүҙҙәр төҙөйөм” уйыны зирәклеккә, отҡорлоҡҡа баһа булды.
“Ислам нигеҙҙәре” буйынса мөғәлимә Сафия Баһаутдинова ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендәге күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты, уңыштарҙы билдәләне, курстарға ололар менән бергә йәштәрҙең дә йөрөүенә ҡыуанысын белдерҙе.
Ә уҡыусылар дәрестәрҙә алған белемдәренең тормоштағы әһәмиәтен билдәләне, остаздарына рәхмәт әйтте.
Күңелле аралашыу сәй табынында ла дауам итте. Байрам үтелгәнгә йомғаҡ булһа, артабанғы белем алыуға, этәргес көс булып, дәрт өҫтәне.
Миңһылыу Ҡобағошова.