Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
3 Октябрь 2019, 12:58

Фатирлы булыу—оло шатлыҡ

Республиканың башҡа тарафтарындағы кеүек үк, Сибай ҡалаһында ла ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға хөкүмәт ярҙамы күрһәтелә. Ошо аҙнала йәнә 12 етемгә хакимиәт башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы фатир асҡыстары тапшырҙы.

Республиканың башҡа тарафтарындағы кеүек үк, Сибай ҡалаһында ла ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға хөкүмәт ярҙамы күрһәтелә. Ошо аҙнала йәнә 12 етемгә хакимиәт башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы фатир асҡыстары тапшырҙы.
—Асҡыс—һеҙҙең артабанғы тормошоғоҙҙа нигеҙ. Киләсәгегеҙ матур һәм бәхетле булырына ышанам. Уңыштар һеҙгә,—тине үҙ сығышында Р.Ә.Афзалов.
Опека һәм бағымға алыу бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова әйтеүенсә, дәүләт ҡаҙнаһынан етемдәргә фатир өсөн 18 млн һум аҡса бүленгән. Быйыл бөтәһе 16 кеше фатир менән тәьмин ителергә тейеш.
Йәштәр, бәлки, был сараның мөһимлеген аңлап та етмәйҙер. Ләкин, ғаилә ҡороп, бала тәрбиәләүселәр өсөн был бик ҡыуаныслы ваҡиға. Ләйсән Мөхәмәтйәнова тормош иптәше менән ике малай үҫтерә. Ошоға ҡәҙәр ҡуртымға алған фатирҙа йәшәгәндәр, ә хәҙер үҙ ҡыйыҡтары буласаҡ. Улар шатланып бөтә алмай. Ләйсәндең опекуны Гүзәл Айрат ҡыҙы Зәйҙуллина ла ҡыуанысын йәшермәй, ҡала хакимиәте башлығына, опека бүлегенә ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Бүләсәһе Анастасия Ғиззәтуллинаның шатлығын уртаҡлашырға килгән Клара Мәмбәтҡолова ла ярҙамдарынан ташламаған ҡала хакимиәтенә иң изге теләктәрен еткерҙе. Беҙ ҙә өй туйлаусы йәштәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашып, бәхетле, мул тормош насип булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: