Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
1 Октябрь 2019, 16:30

Сибай музейы—шәп!

Сибайҙың “Ҡурай” балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Нурзәлә Зәйнетдин ҡыҙы Яҡупова менән ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙы.

Сибайҙың “Ҡурай” балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Нурзәлә Зәйнетдин ҡыҙы Яҡупова менән ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙы. Ҡыҙыҡһыныусан бәләкәстәр тарихи ҡомартҡылар һаҡланған урындың һәр залын ентекләп ҡараны, экскурсия ойоштороусының һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы. Балалар айырыуса хайуандар, ҡоштар ҡарасҡылары урынлашҡан бүлектәрҙе, башҡорт өйөн, усаҡ, мейес, урындыҡты оҡшатты. Хәрби дан залын, ҡалабыҙҙың сәнәғәт үҫешенә арналған ерҙәрҙе лә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Нурзәлә Яҡупова, балалар музей буйлап фәһемле экскурсия ойоштороусы хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт белдерә.