Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
30 Сентябрь 2019, 16:34

“Тормошҡа табан 10000 аҙым”акцияһына ҡушылдыҡ

Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Нурзәлә Яҡупова хәбәр итә:“Тормошҡа табан 10000 аҙым”акцияһына ҡушылдыҡСибай ҡалаһы халҡы сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтыла. Һәр шаршамбы табип менән урамға йәйәү йөрөргә сығыуға күптән күнегеп алдыҡ. Ә был йәкшәмбе ҡаланың үҙәк майҙанында тағы бер башланғыс—“Тормошҡа табан 10000 аҙым”акцияһы старт алды.

Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Нурзәлә Яҡупова хәбәр итә:
“Тормошҡа табан 10000 аҙым”акцияһына ҡушылдыҡ
Сибай ҡалаһы халҡы сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтыла. Һәр шаршамбы табип менән урамға йәйәү йөрөргә сығыуға күптән күнегеп алдыҡ. Ә был йәкшәмбе ҡаланың үҙәк майҙанында тағы бер башланғыс—“Тормошҡа табан 10000 аҙым” акцияһы старт алды. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, майҙанға кеше күп сыҡты. Әйтергә кәрәк, акцияны беренселәрҙән булып балалар баҡсалары тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре эләктереп алды һәм әүҙемлектәре менән башҡаларға үрнәк күрһәтте. “Ҡурай” балалар баҡсаһы педагогтары ла һәр ваҡыттағыса беренселәрҙән булып Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге паркты ике тапҡыр урап сыҡтыҡ. Шулай аяҡтарҙы яҙғандан һуң ошонда уҡ ҡан баҫымыбыҙҙы, тән ауырлығын, буйҙы үлсәттек. Ялдарыбыҙ шулай бик файҙалы үтте!