Бөгөн Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының телемедицина залында “Һаумы, мәктәп!” тип аталған балалар өсөн байрам сараһы булып үтте. Уның төп ҡунаҡтары булып ҡалабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең быйыл 1-се класҡа барасаҡ балалары торҙо.
Сараны сағыу кейемле, алсаҡ һәм шат күңелле аниматорҙар алып барҙы. Балалар унға тиклем һанап та күрһәтте, дәртле уйындарҙа ла ҡатнашты һәм музыка аҫтында рәхәтләнеп бейене лә.
Урындағы дауахананың профком рәйесе Басир Марат улы Шәриповтың йылы ҡотлау һүҙҙәре бейек белем тауына үрләргә торған кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен тағы ла нығыраҡ дәртләндереп ебәргәндер. Сараның һуңында быйыл мәктәпкә беренсе тапҡыр барасаҡ кескәйҙәрҙең һәр береһе матур-матур бүләктәр алып ҡыуанды.
Бындай күркәм сара Сибай үҙәк дауаханаһында 2000 йылдан алып үткәрелеп килә. Хәҙер инде ул матур бер йолаға әйләнгән тип әйткәндә лә була. Быйылғы йылда профсоюз ойошмаһы 32 ҡыҙ һәм 28 ир балаға бүләктәр тапшырҙы.