Бөгөндән Сибай ҡалаһында “Алға” берҙәм транспорт картаһы эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тап ошо карта ярҙамында йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ түләү өҫтөнлөктәрен тикшереп ҡараны. Ысынлап та, уңайлы. Картаны активлаштыраһың да, артабан уны«Һаҡлыҡ банкыһы Онлайн» ҡушымтаһы аша тулыландырып тораһың. Терминал аша түләү бик уңайлы,—тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Ҡала эсендәге маршруттарҙа йөрөү хаҡы—20 һум. “Алға” картаһы менән түләһәң, юл йөрөү 18 һумға барып төшә. Әлегә күптәр уға шикләнеп ҡарай. Әммә киләсәктә халыҡ уның өҫтөнлөктәрен баһаларына ышаныс ҙур.