Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
14 Август 2019, 15:59

Техника яңыра, контейнер ҡуйыла

Сибай ҡалаһы йорттары ихаталарына 96 евроконтейнер ҡуйыласаҡ. Тәгәрмәсле, ҡапҡаслы пластик һауыттар ҡала ҡаҙнаһы аҡсаһына һатып алынған. Махсус ҡый һауытын йыуыу ҙа бик уңайлы. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы Һарытау ҡалаһы заводында етештерелгән юлдарға билдә һалыусы техника һатып алды. Яҡын арала идаралыҡтың техника паркы яңы грейдер һәм ике «КаМАЗ» автомобиле менән тулыланасаҡ. Ҡала хакимиәте етәкселеге сығымдарға ҡарамай, халыҡтың йәшәйешен ҡайғырта. Таҙа, йыйнаҡ ҡалала уңайлы шарттарҙа йәшәүгә бер ни етмәй.

Сибай ҡалаһы йорттары ихаталарына 96 евроконтейнер ҡуйыласаҡ. Тәгәрмәсле, ҡапҡаслы пластик һауыттар ҡала ҡаҙнаһы аҡсаһына һатып алынған. Махсус ҡый һауытын йыуыу ҙа бик уңайлы.
Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы Һарытау ҡалаһы заводында етештерелгән юлдарға билдә һалыусы техника һатып алды. Яҡын арала идаралыҡтың техника паркы яңы грейдер һәм ике «КаМАЗ» автомобиле менән тулыланасаҡ.
Ҡала хакимиәте етәкселеге сығымдарға ҡарамай, халыҡтың йәшәйешен ҡайғырта. Таҙа, йыйнаҡ ҡалала уңайлы шарттарҙа йәшәүгә бер ни етмәй.