Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
2 Август 2019, 16:34

Иң төҙөк биләмә кемдеке?

Билдәле булыуынса, 24 августа Сибай ҡалаһында Ҡала көнө уҙғарыла. Ошо уңайҙан ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы конкурс иғлан итә.

Билдәле булыуынса, 24 августа Сибай ҡалаһында Ҡала көнө уҙғарыла. Ошо уңайҙан ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы конкурс иғлан итә. Уның төп маҡсаты—төҙөкләндереүгә, үҙебеҙ йәшәгән ергә һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.
Конкурс һөҙөмтәһе 7 номинацияла билдәләнәсәк.
1. Иң яҡшы административ бина һәм уның биләмәһе.
2. Иң яҡшы беркетелән биләмә.
3. Иң яҡшы шәхси йорт.
4. Иң яҡшы бюджет учреждениеһы.
5. Иң яҡшы сауҙа нөктәһе.
6. Иң яҡшы ишек алды.
7. Төҙөкләндереүҙә иң шәп инициатива.
Ғаризалар 9 авгусҡа тиклем Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 12 адресы буйынса 302-се кабинетта ҡабул ителә. Ғариза менән бергә фото ҡалдырыу (флешкала) мотлаҡ. Фото төшөрөү мөмкинлеге булмаһа, идаралыҡ белгесе ебәрелә.