Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһының беренсе этабы башланды. Сибай ҡалаһында быйыл 25 күп ҡатлы йорттоң 80 подъезды рәткә килтереләсәк. Программаға ярашлы, подъезды ремонтлауҙан тыш, унда йәшәүселәргә ихаталарын төҙөкләндереү мөмкинлеге лә бирелә. Уны тормошҡа ашырыу ҡатмарлы мәсьәлә түгел. Билдәле булыуынса, подъездар республика һәм муниципаль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә ремонтлана. Йорттарҙың идарасы компаниялары фатирҙарҙа йәшәүселәрҙән сығымдар талап итмәй. Ай һайын ремонт өсөн түләп барған аҡсаны торлаҡ милекселәре икенсе юҫыҡта тотона ала. Мәҫәлән, ихата эсендәге юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға, йә иһә автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыуға ебәрергә мөмкин. Ҡала хакимиәте етәкселеге фатир хужаларына идарасы компания менән берлектә йыйылған аҡсаны дөрөҫ йүнәлешкә ебәреү сараларын күрергә тәҡдим итә. Мөмкинлекте файҙаланып, подъездарҙы ла, ихаталарҙы ла төҙөкләндереп ҡалыу зарур.