АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
12 Апрель 2019, 12:28

Йәштәр әүҙемлек күрһәтте

Сибай ҡала хакимиәтендә Сибай күп профилле профессиональ, педагогия, төҙөлөш һәм сервис колледждарының бер төркөм студенттарына үҙенсәлекле бүләк тапшырылды. Күңелдәре ҡушыуы буйынса ирекмәнлек менән шөғөлләнгән егеттәрҙе дәртләндереү өсөн ҡала хакимиәте етәкселеге уларҙы бассейн, каток, кинотеатр, музейға бушлай йөрөүгә сертификаттар менән тәьмин итте.

Сибай ҡала хакимиәтендә Сибай күп профилле профессиональ, педагогия, төҙөлөш һәм сервис колледждарының бер төркөм студенттарына үҙенсәлекле бүләк тапшырылды. Күңелдәре ҡушыуы буйынса ирекмәнлек менән шөғөлләнгән егеттәрҙе дәртләндереү өсөн ҡала хакимиәте етәкселеге уларҙы бассейн, каток, кинотеатр, музейға бушлай йөрөүгә сертификаттар менән тәьмин итте.
Педагогия колледжы студенттары Заһит Fәйнетдинов, Айсыуаҡ Фәтхуллин, Илнар Яҡшығолов, Нияз Боҫҡонов быйыл ҡаланың Таулы, Алтын, Арҡайым, Көньяҡ ҡасабаларында шәхси, Таусылар проспекты, Зәки Вәлиди урамындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә автономлы янғынды киҫәтеүсе ҡоролмалар ҡуйған. Дөйөм алғанда, ҡалала 36 ирекмән көсө менән 750 ғаиләлә ошондай янғын һағы ҡоролмалары эшләп китте.
Сарала егеттәргә сертификат тапшырған Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов белдереүенсә, һуңғы 3 йылда төбәктә янғында 35 бала һәләк булған. Быйыл 3 айҙа ғына 5 баланың ғүмере өҙөлгән. Республикала балалар үлемен киҫәтеү маҡсатында янғын һағы ҡорамалдары 2018 йылға ҡәҙәр аҙ тәьмин ителгән, ауыр хәлгә тарыусы ғаиләләргә бушлай бирелде. Былтырҙан иһә ул сабый тыуған һәр ғаиләгә тапшырыла башланы.
—Уҡыу менән бергә изгелек хәрәкәтендә ҡатнашыуығыҙ, әүҙем гражданлыҡ позияцияғыҙ хуплауға лайыҡ. Халыҡ мәнфәғәтенә ҡылған эшегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт,—тине Александр Лопухов.—Ошондай ҡоролмаларҙың һәләкәтте киҫәтеүе арҡаһында республикала 80 кеше, шул иҫәптән 47 баланың ғүмере янғындан ҡотҡарылды. 7 мартта Шаран районында 16 йәшлек ҡыҙ янғын һағы ҡоролмаһының сигналын ишетеп, 3 бәләкәс ҡустыһын ут ҡапҡан йорттан ваҡытында алып сыҡҡан.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова егеттәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм киләсәктә ҡалала газ һәм мейес менән йылытылған йорттарҙа йәшәүселәргә, оло йәштәгеләрҙең торлаҡтарына автономлы янғынды киҫәтеүсе, цифрлы телевидение ҡорамалдары ҡуйыласағын белдерҙе. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы был тәңгәлдә лә студенттарҙың көсөнә иҫәп тота.
Мәҙинә Мансурова.