Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
12 Апрель 2019, 12:07

Архитектура ҡомартҡыһы тергеҙелә

2015 йылдың көҙөндә янғындан ныҡ зыян күргән Сибай филармонияһы бинаһы яңынан тергеҙелә башланы. Төҙөлөштө алып барыу тендерен еңеп сыҡҡан Мәскәүҙең «Равелен» фирмаһы эшселәре март башында уҡ эш башланы. Иң башта етәкселек биләмәгә башня краны индереп бина эсенән ҙур төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарттырҙы. Эс яҡ техника ярҙамында эре-төрөнән бер аҙ шулай таҙартылғас, төҙөүселәр «П» рәүешендәге стеналар эсен һөрөм ҡалдыҡтарынан бушатты. Ошо көндәрҙә улар элекке стеналар буйынан траншеялар ҡаҙып бөтөп, яңы стена өсөн нигеҙ һала башланы.

—Бөгөн 0 билдәһенә етеп, һул яҡ стенаны күтәреүгә бетондан нигеҙ ҡатырыла. Шул уҡ ваҡытта элекке бинанан ҡалған стеналар махсус металл конструкциялар менән нығытыла,—ти Сибай концерт-театр берекмәһенең төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары Радик Мирданов.—Экcперттар төҙөлөш башлар алдынан урында һәр яҡлап тикшереүҙәр үткәрҙе. Бығаса 60 йылдан ашыу торған стеналар төҙөлөш барышында зыян күрмәһен өсөн хәүефһеҙлек мәсьәләләре алдан хәл ителде.
Ампир стилендәге ал яҡ, уң һәм һул тәңгәлдәге стеналар шул килеш ҡала. Буласаҡ мәҙәниәт усағы эстән инде өр-яңы итеп төҙөләсәк. Күләме, әлбиттә, элеккенән күпкә ҙураясаҡ. Яңы бинала ҙур һәм бәләкәй зал, коридор, биҙәнеү, техник бүлмәләр заманса итеп һалынасаҡ.
Ҡалабыҙға биҙәк өҫтәгән архитектура ҡомартҡыһы һаҡланған, шул уҡ ваҡытта яңынан төҙөлгән үҙенсәлекле бина 2020 йылдың көҙөндә сафҡа инәсәк тип күҙаллана. «Равелен» фирмаһының етәкселеге Мәскәүҙә булһа ла, төҙөлөшкә урында йәшәүселәр йәлеп ителгән. Был да үҙ нәүбәтендә ҡалала эшһеҙлек мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә булышлыҡ итә.
Азамат Дәүләтбаев.