АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
4 Апрель 2019, 16:06

ЯҠТЫРЫР ҠАЛАБЫҘ

«Яҡты ҡала» республика программаһына ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостандағы биләмәләрҙә 140 мең яҡтыртҡыс һәм 43 мең бағана ҡуйыу күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 3,8 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. 2018 йылдың 1 декабренән 2019 йылдың 15 мартына тиклем төбәктең 22 районының 161 биләмәһендә 3 610 яҡтыртҡыс ҡуйылған да инде.

Сибай ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Светлана Әнүәр ҡыҙы Токмакова белдереүенсә, программа сиктәрендә ҡаланы яҡтыртыуға республика бюджетынан 90 процент аҡса бүленәсәк. Ҡалған 10 процент муниципалитет сығымы буласаҡ. Әлеге көндә ҡала хакимиәте Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы менән сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн субсидия юллауға килешеү төҙөгән.
Быйыл урында яңы дөйөм хаҡы 10 миллион һумдан ашыу торған 679 яҡтылыҡ нөктәһе һәм бағаналар ҡуйыласаҡ. Улар менән идара итеү өсөн дистанцион система булдырыла. Атап әйткәндә, әлеге көндә бөтөнләй яҡтыртылмаған Төньяҡ ҡасабаһы, Арҡайымдың Дәүләт, Батыр Вәлит, Баҡыр-Үҙәк, Жуков, Рыбаков, З.Биишева, Сөләймәнов, Өмөтбаев, Мәмбәтҡолов, Моҡас, Есенин, Көньяҡ ҡасабаһының Буранғолов, Ғәҙелша, Гәрәев, Аҡъяр, Аэропорт, Көньяҡ, Дуѕлыҡ, Парк, Сиренле, Һаҡмар, Любушкин, Ҡаҙанбаев, Ибраһимов, Ғафаров урамдарын яҡтыртыу буйынса ҙур эштәр атҡарыласаҡ.
Ошо көндәрҙә подрядсы ойошма билдәләнһә, эштәр оҙаҡҡа һуҙылмай башланасаҡ.