Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
27 Март 2019, 15:23

Йәш белгестәр етешмәй

Республикала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе һәр төбәктә тиерлек киҫкен тора. Урындағы үҙәк дауаханаларҙа тар белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең ауылдарға ҡайтмауы был хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә. Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәрендә үк район етәкселәренә төбәккә табиптар йәлеп итеү, йәш белгестәрҙе тыуған яғына ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы.

Республикала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе һәр төбәктә тиерлек киҫкен тора. Урындағы үҙәк дауаханаларҙа тар белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең ауылдарға ҡайтмауы был хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә.
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәрендә үк район етәкселәренә төбәккә табиптар йәлеп итеү, йәш белгестәрҙе тыуған яғына ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы.
Күп урында был тәңгәлдә эш бара ла инде: Башҡортостан дәүләт университетында, төрлө ҡалаларҙағы медицина колледждарында белем алған яҡташ студенттар менән осрашыу үткәреү матур йолаға әйләнде. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау факультетын быйыл тамамлаусы йәштәргә республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарына йүнәлтмәләр тәҡдим ителде.Сарала Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Радик Нәҙерғолов ҡатнашты. Әтергә кәрәк, сығарылыш төркөмдәренең ҡыҙҙары һәм егеттәре Сибай дауаханаһы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Сибай ҡалаһы хакимиәте йәш белгестәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса махсус программа булдырып, уларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Икенсенән, йәш табиптарҙы сибайҙар ординатурала түләүле уҡытырға риза. Был да үҙ нәүбәтендә аҙ ярҙам түгел. Тормош юлына һөнәрле булып яңы аяҡ баҫҡан белгестәр өсөн был шарттар бик уңайлы.
Яҡташ студенттар Радик Буранбай улына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыу бик йылы мөхиттә үтте.