Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
25 Март 2019, 12:41

Өфө табиптары халыҡты ҡабул итеүен туҡтатты

Сибай үҙәк дауаханаһында бөгөн Өфө табиптары халыҡты ҡабул итеүен туҡтатты. Медицина учреждениеһында 18 марттан алып 22 мартҡа ҡәҙәр 6 белгес эшләп, һәр береһе көнөнә 30 -ға яҡын кешене ҡабул итте. Кардиолог Рафаэль Ҡотдосов, пульмонолог Светлана Ғабзалилова, невролог Римма Буканова,гастроэнтеролог Инна Никитина,Өфөнөң 4 -се дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Маргарита Феоктисова, гематолог Гөлшат Ғайсароваларҙан торған төркөмдө баш ҡаланың 21 -се дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Марат Әмир улы Шәрәфетдинов етәкләне.

--Белгестәр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәне. Белеүегеҙсә, беҙҙең коллегалар беҙгә тиклем бында ике ай дауамында эшләне. Шуға ла эш тәртипкә һалынған. Ойоштороу йәһәтенән дә шелтәләр юҡ,--тине Марат Әмир улы.
Яҡташыбыҙ Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан сыҡҡан Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Буканова ла эш сәфәренән ҡәнәғәт.
--Сибайҙар тынысланған,дауаханала сират юҡ. Барыһы ла алдан яҙылып килде. Көн һайын иртәнсәктән кискә ҡәҙәр баш күтәрмәй тиерлек халыҡты ҡабул иттек. Неврология сирлеләр араһында бер генә кеше һаулығы ҡаҡшауын урындағы экологик хәлгә бәйле тип мөрәжәғәт итте, — ти Римма Ғафар ҡыҙы. —Ҡала,дауахана етәкселегенә беҙҙең эште еңеләйтеү өсөн һалған тырышлыҡтары өсөн рәхмәт. Халыҡҡа ла, табиптарға ла ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ. Иңебеҙгә төшкән бурысты намыҫ менән үтәп ҡайтабыҙ тип әйтә алам.
Сибайҙар ике ай дауамында эшләгән Өфө медиктарының эшенән ҡәнәғәт. Күптәр кардиологтарҙың хеҙмәтен юғары баһалай. Мәҫәлән, һуңғы арала баш ҡалаға бара алмай йөрөгән Гөлирә Харрасова яңы дарыуҙар менән дауаланыуға билдәләмә алған. Илнур Ҡудашев башта Сибай дауаханаһына стационар дауаланыуға йүнәлтлеп, ошо көндәрҙә Өфөнөң кардиоүҙәгенә ебәрелгән дә инде.
Гөлдәр Ҡадаева. Автор фотоһы.
Читайте нас: