Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
21 Март 2019, 11:42

Әҙип менән осрашыу

Сибай педагогия колледжында яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле башҡорт драматургы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев менән осрашыу уҙҙы. Уҡыу йорто студенттары, әҙәбиәт һөйөүсе уҡытыусылар, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарыбыҙ, китапханасылар, шағир Мотал Рәмов, драматург Әминә Яхина ҡатнашты. Осрашыу Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналды.

Сибай педагогия колледжында яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле башҡорт драматургы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев менән осрашыу уҙҙы. Уҡыу йорто студенттары, әҙәбиәт һөйөүсе уҡытыусылар, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарыбыҙ, китапханасылар, шағир Мотал Рәмов, драматург Әминә Яхина ҡатнашты. Осрашыу Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналды. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда үткер телле шағир, көслө характерлы шәхес, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа арналған әҫәр – роман тураһында һөйләшеү, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы барлау, төп геройҙарының тормош юлына туҡталыу бик фәһемле булды. Әҙәбиәт һөйөүселәр әҫәрҙең авторы – Наил Ғәйетбаев менән күҙмә-күҙ аралашып үҙ һорауҙарына яуаптар алды. Яҙыусы башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичты бар булмышында – көслө һәм бай күңелле шәхес итеп аса. “Бабич” романы менән“Ағиҙел” журналында танышырға мөмкин. Роман журналдың үткән йылғы биш һанында донъя күрҙе.