АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
5 Май , 22:50

ЕҢЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН УЙЛАНЫУҘАР

Бына бер нисә көндән Бөйөк байрамдарҙың береһе 9 Май- ЕҢЕҮ КӨНӨ билдәләнәсәк. Күңелдә аңлата алмаҫлыҡ һағыш : байрам менән ҡотларлыҡ һуғыш һәм тыл ветерандарыбыҙ ҡалманы тиерлек. Төйәләҫ ауылында йәшәгән һуңғы тыл ветераны Ғәлиә апай Насыроваға Еңеү байрамын ҡаршыларға яҙһа ярар ине, тип теләгәйнем дә... булманы, ул да күптән түгел генә мәрхүм булып ҡалды...Төйәләҫ ауылында йәшәгәндә, урындағы мәктәптә эшләгәндә, миңә һуғыш һәм тыл ветерандары менән ныҡ аралашып йәшәү, эшләү бәхете тейҙе.Балаларҙа илһөйәрлек һәм башҡа күркәм сифаттар тәрбиәләүҙә улар менән үткәрелгән сараларҙың (осрашыуҙар, класс сәғәттәре, төрлө байрамдар) әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ине.

ЕҢЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН УЙЛАНЫУҘАР
ЕҢЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН УЙЛАНЫУҘАР

Ветерандар бөтә сараларҙа иң ҡәҙерле ҡунаҡ, байрамдың йәме була торғайны.
2007 йылдың 17 ғинуарында яғылмаған клубта Төйәләҫ (Худолаз) ауылының шәжәрә байрамын үткәреүем ныҡ иҫтә ҡалған. Клуб шығырым тулы булды. Шунда иң һуңғы һуғыш ветераны Шәмсетдинов Фәхрислам Динислам улына түбәндәге шиғыр юлдарын әйтеп, бүләк тапшырғайным:
Ауылымдың һуңғы ветераны,
Китмә беҙҙән, йәшә бирмәй һыр.
Ике ғүмер мин йәшәтер инем, Әжәлдәргә дарыу булһа йыр!
Был һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәне. Ауылдың алты тиҫтәнән ашыу ир- арыҫланы яу ҡырында ятып ҡалды...Мәктәп музейында һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында бик бай мәғлүмәт тупланған (фотоһүрәттәр, биографиялары...) . Һуғышта батырҙарса һәләк булған мәктәптең тәүге директоры Халиҡов Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған... Һуғыш, тыл ветерандары артынан һуғыш осоро балалары килә. Бала сағы ошо ауыр йылдарға тура килгән апай- ағайҙар ҙа иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар, юғалтыуҙар аша яуланғанын беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ, хаҡыбыҙ юҡ!
Әлеге мәлдә Төйәләҫ ауылынан ике тиҫтәнән ашыу егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Күптән түгел шунда һәләк булған яугиребеҙ Исхаков Динар Марат улын, унан алдараҡ Исмәғилев Артур Юлай улын һуңғы юлға оҙатты ауылдаштары. Хәҙер бөтәбеҙҙең дә иң ҙур теләге: ҡалған егеттәребеҙҙең имен-һау, теүәл генә ғаиләләренә (ата-әсәләренә, һөйөклө ҡатындарына, ғәзиз балаларына)әйләнеп ҡайтып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын ине!


Мәғариф ветераны Сәғиҙә Байназарова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: