АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
18 Ноябрь 2022, 09:20

Уҡыусылар һалдаттан хат алған

Сибай ҡалаһы 1-се мәктәбенең 7-се В класы уҡыусылары (класс етәкселәре Галина Антипина) "Һалдаттан хат" класс сәғәте үткәрҙе. Уҡыусыларҙың күбеһенең ағайҙары, атайҙары мобилизацияға эләккән. Мәҫәлән, Арсландың ағаһы күптән алғы һыҙыҡта. Ҡыҙҙар-малайҙар ҡәҙерлеләренең имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләй. Уҡыусылар, ата-әсәләр ҡалала ойошторолған гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнашҡан. Шулай уҡ һалдаттарға даими хат та яҙып торалар. Ошо көндәрҙә уларҙың хатына яҡташыбыҙ Дмитрий Рычиндан яуап та килгән.

Уҡыусылар һалдаттан хат алған
Уҡыусылар һалдаттан хат алған

Ҡыҙҙар-малайҙар хаттың һәр һүҙендә тәрән мәғәнә ятыуына төшөнгән. Сарала улар хатты тағы ла берҙе уҡыны. Ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған сарала балалар тыуған ил, тыныслыҡ, именлек тураһында шиғыр ятланы, һүрәт төшөрҙө. Хатта бер уҡыусы пластилиндан хәрбиҙәр һындары ла әүәләне.
Улар тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, һәр бала аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәргә һәм белем алырға хоҡуҡлы тип белдерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева