Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
9 Сентябрь 2022, 14:25

Батырҙар онотолмай!

Башҡортостан республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы республика журналистар союзы менән берлектә “Батырҙар онотолмай. Быуындар бәйләнеше” хәрби-патриотик конкурсы ойошторҙо. Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланған конкурсҡа 5-11 класс уҡыусылары хәрби темаға арналған төрлө ижади эштәрен – инша, әҙәби этюд, рус һәм башҡорт телендә эсселәр ебәрҙе. Уҡыусылар һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, экскурсия материалдарын, һуғыш документтарын, фронт хаттарын, яугирҙәрҙең туғандарынан ишеткән мәғлүмәтте ҡулланып бер урынға туплап, ярышта ихлас ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 9А класы уҡыусыһы Алтынай Асҡарова конкурста беренсе урын яуланы! Алтынай ижади эшен рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сулпан Әсхәт ҡыҙы Ғәбитова еткәселеге аҫтында яҙған.

Батырҙар онотолмай!
Батырҙар онотолмай!

Ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Батырҙар онотолмай!
Батырҙар онотолмай!
Автор:Гульдар Кадаева