Быйыл “Еңеү диктанты” 3 сентябрҙә үтә. Ул дүртенсе тапҡыр ойошторола. Йыл һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта: әгәр 2019 йылда диктантты 100 мең самаһы кеше яҙһа, 2021 йылда унда 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
Был сараға сибайҙар ҙа йыл да әүҙем ҡушыла. Айырыуса мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре уны көтәп ала.
“Еңеү диктанты”н яҙыуҙың өҫтөнлөктәре күп. Беренсенән, иң күп балл йыйған йәш кешеләр юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ташлама менән ҡуллана. Һәр ҡатнашыусыға танытма бирелә. Ил күләмендә еңеүселәр иһә Мәскәүгә Еңеү парадына саҡырыла. Дәртләндереү бүләктәре лә бик күп.
“Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин. Махсус майҙансыҡтарҙа яҙа башлау менән ул тейешле бүлектә онлайн килеп сығасаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусы сертификатын шәхси кабинеттан табып, күсереп алырға була.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ул бушлай һәм ирекле. Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән тарихи диктанттың сайтында танышырға мөмкин.