АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һәйкәл асылды

Сараның иң сағыу өлөшө булып быйыл һалдат һәйкәлен асыу тантанаһы торҙо. Был иҫтәлекле ваҡиғаны күрергә йөҙәрләгән район халҡы, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Еңеү парады ла йылдағыса байрамдың иң сағыу күренешенә әйләнде.

Хәйбулла районы тантаналы рәүештә Еңеүҙең етмеш алтынсы яҙын билдәләй! Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ойошторолған сара ғәҙәттәгесә Аҡъярҙың Еңеү паркында башланды. 9 май илебеҙ тарихында – һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул – 45-се йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Районда Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың тик икәүһе генә бөгөн беҙҙең арала - Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев һәм Фәтхулла Әғлиулла улы Юламанов. Улар йөҙөндә ергә тыныслыҡ алып килгән меңәрләгән һалдаттарға, һуғыш ҡорбандарына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны бөгөн.

Сараның иң сағыу өлөшө булып быйыл һалдат һәйкәлен асыу тантанаһы торҙо. Был иҫтәлекле ваҡиғаны күрергә йөҙәрләгән район халҡы, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Еңеү парады ла йылдағыса байрамдың иң сағыу күренешенә әйләнде. Байрам концерты Аҡъярҙың Ял һәм мәҙәниәт паркында дауам итте. Бында байрам ҡунаҡтары өсөн район үҙәге ойошмалары араһында уҙған “Һин тын алһын өсөн” фестиваленең сағыу концерт номерҙары тәҡдим ителде. Теләге булған һәр кем шулай уҡ байрам барышында һалдат бутҡаһын ауыҙ итә алды. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған программа ошонда уҡ кис дискотека менән дауам итәсәк.

Мәғлүмәт һәм фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан алынды

Читайте нас: