Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан юлдаш каналы яңы кимәлдә күрһәтелде

Интернет аша тантананы 200 меңдән ашыу кеше ҡараған. Шул уҡ ваҡытта 9 майҙа уҙған байрам тантанаһын интернет аша ҡарау әле һаман дауам итә.

Башҡортостан Республикаһына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын алып ҡайтыу тантанаһын 9 май көнө бөтә республика халҡы телевизор аша ла, интернет селтәрҙәренән дә күҙәтте. Илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаны Башҡортостан юлдаш каналы күрһәтте.

Был ваҡиға һуңғы бер нисә йыл эсендә каналдың иң ҡаралған өс тапшырыуы: Радий Хәбировтың Ҡоролтай - Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе һәм “Антидебаттар” сәйәси шоу рәтенә ингән. Интернет аша тантананы 200 меңдән ашыу кеше ҡараған. Шул уҡ ваҡытта 9 майҙа уҙған байрам тантанаһын интернет аша ҡарау әле һаман дауам итә.

“Телевизион эфирҙағы рейтинг мәғлүмәттәре һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Башҡортостанға Рәсәй Геройы генерал Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалы ҡайтыуы республика өсөн дә, башҡорт телевидениеһына ла ҙур тарихи ваҡиға булды. Республикала беренсе тапҡыр үҙенсәлекле телевизион ҡорамалдар ҡулланылды, улар тамашасыға колонна эсендәге һүрәтте лә күрһәтә алды, вертолет ярҙамында һауанан дөйөм күренеш тә төшөрөлдө. Беҙҙән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән шылтыратып, эшебеҙ серен һорашалар, сөнки техника һәм трансляция йәһәтенән беҙҙең каналдың эше Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә яңыса күрһәтелде”, – тине “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафутдинов.

Читайте нас: