АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Шайморатовсылар” бергә йыйыла...

Әле йәмәғәтселек иғтибарына ошо мәғлүмәттәр базаһындағы тәүге йөҙ шәхестең исеме сығарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән дөйөм исемлеккә бөгөн 3815 кеше ингән. Мәғлүмәттәр базаһын тулыландырыу эше дауам итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәт базаһы әҙерләне. Унда дивизия составында булған яугирҙәрҙең биографик мәғлүмәттәре индерелгән.

Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың авгусында “Шайморатовсылар” тип исемләнгән халыҡ проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Проектты тормошҡа ашырыу барышында, библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү йәһәтенән ҙур архив эше башҡарылды. Эш бер нисә йүнәлешкә бүленде: халыҡтан, хәрби комиссариаттарҙан, архивтан белешмәләр алынды. Ойоштороусылар һуғыштағы яугирҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәре сағылған меңдәрсә документты тикшерҙе, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышы вариҫтарынан алынған йөҙләгән анкетаны өйрәнде. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән исемлекте тәҡдим итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Милли архивтың бүлек начальнигы Азат Ярмуллин һәм аппарат белгесе Эльдар Яхин Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивында эшләне.

Әле йәмәғәтселек иғтибарына ошо мәғлүмәттәр базаһындағы тәүге йөҙ шәхестең исеме сығарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән дөйөм исемлеккә бөгөн 3815 кеше ингән. Мәғлүмәттәр базаһын тулыландырыу эше дауам итә.

Йыйылған материалдар буйынса “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән библиографик белешмәне баҫтырып сығарыу күҙаллана.